сценарии
Башкирские сценарии
Сообщений 1 страница 2 из 2
Поделиться22013-08-27 13:06:07
Минең иң яҡын кешем
Музыка аҫтында балалар залға йүгереп инәләр.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле әсәйҙәр,өләсәйҙәр һәм апайҙар!Һеҙҙе етеп килгән халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 март байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Һәр йыл һайын килә был байрам,
Һәр көн тыуған ҡояш шикелле.
Йылдар һайын данлай был байрам
Гүзәл кешк-әсә кешене.
Һәр бер бала ҡәҙерле кешеһен,әсәйҙәр байрамы менән ҡотларға тип ашҡынып тора.Бөтә әсәйҙәргә сәләм,һәм байрам иртәлеген башлайбыҙ!
Йыр --Әсәйҙәр байрамы----------------------
Беренсе бала: Тып-тып тама тамсылар,
Йырлап байрам көйөнә.
Байрам бөгөн,тейеп,хатта
Тамсылар ҙа һөйөнә.
Икенсе бала: Көндәр яҡты,булһын өсөн
Балалар: Әсәй кәрәк!
Өсөнсө бала: йоҡо татлы булһын өсөн
Балалар: Әсәй кәрәк!
Дүртенсе бала: Ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн,
Уҫалдарҙан яҡлар өсөн,
Бәхет-шатлыҡ артһын өсөн
Бергә: Әсәй кәрәк!әсәй кәрәк!
Бишенсе бала:иң кәҙерле кеше ерҙә
әсәй тимәк!
Алтынсы бала: Әсәйҙәр ғүмер,көс бирә
Кешеләргә йәшәргә
Дан һәм рәхмәт,ҡәҙер-хөрмәт
Беҙҙә һәр бер әсәгә!
Етенсе бала: мин һине яратып
Иркәләп торормын
Мин һиңә тормошта
Таяныс булырмын!
Йыр --Әсәйҙәр йылмайғас-------------------------------
Балалар урындарына ултыралар.3 бала сығып шиғыр һөйләйҙәр:
Беренсе бала: Яҙын ҡояш нурында
Ирей ҡар бөртөктәре
Бөгөн беҙҙә ҙур байрам
әсәйҙәрҙең байрамы.
Икенсе бала: Бүләккә әсәйҙәргә
Сәскәләр бирергә
Урманға барайыҡ,дуҫтар,
Йыяйыҡ матур сәскәләр!
Өсөнсө бала: Ауыр булыр барырға
Ҡар урман буйлап ята,
Ел-бурандар туҙғыта.
Бер малай менән ҡыҙ ҡулдарына кәрзин тотоп сыға.
Бергә : ҡара урманға барайыҡ
Сәскәләр йыяйыҡ.
( Китәләр,зал буйлап ҡаршыларына ҡуян осорай.)
Ҡуян: Аяҡтарым бик туңа,
Нимә эшләргә һуң?
Аяҡҡайымды йылытырға
эй,балалар ярҙам итегеҙ!
Ҡыҙыҡай : һикер,һикер,ҡуянҡай күңелле итеп
Ҡуян : ( Һикерә,һикерәлә,)ә һеҙ ҡайҙа китеп бараһығыҙ?минелә үҙеғеҙ менән алаһығыҙмы?
Малай : Бөгөн әсәйҙәр байрамы,беҙ уларға бүләккә тип урманға сәскә йыя китеп барабыҙ!әйҙә ҡуян беҙҙең менән.
(Зал буйлап китеп баралар.төлкө осорай)
Төлкө: Ҡолаҡтарым бик туңа,нимә эшләргә миңә?ҡолаҡтарымды йылытырға эй балалар ярҙам итегеҙ!
Ҡыҙыҡай : Бына һиңә ҡулъяулыҡ,бәйләп ҡуй тиҙерәк.
Төлкө: Мин һеҙгә бер сер асам.ҡулъяулыҡты бәйләгәс,бында ҙур байрам була
Яҙ менән ҡыш осрашҡас.
( Төлкө китә)
-------------------------------------------------------------
Малай : тирә-як ап-аҡ ҡар,
Ҡыш килә беҙгә ҡаршы.
Ҡар бөртөктәре менән Ҡыш инә.
Ҡыш: Һаумыһығыҙ,балалар!
Урманда нимә эшләйһегеҙ?
Ҡуян: был балалар беҙгә ярҙам күрһәтте.аяҡтарымды йылыттылар.
әсәйҙәренә бүләккә тип сәскә йыя баралар.
Ҡыҙыҡай: сәскәләр йыйырға тип
Килдек беҙ урманға,
Ләкин таба алмайбыҙ шул.
Ҡыш: яҙын сәскәләр,
Матур сәскә аталар шул.
Осрашам мин яҙ менән
Хушлашам барыһы менән!
( Музыка аҫтында бейей-бейей яҙ инә)
Ҡыш: яҙ һылыу һаумы!
Алыштыр инде мине.
Яҙ: ҡыш һеңлекәш,һаумы!
Ял осороң килде инде.
Март айында,ҡар өҫтөндә
Ҡояш нурҙар уйната
Яҙ килә,ҡаршы алығыҙ
Тигән хәбәр тарата.
Һеҙ беләһегеҙме,йылы яҙҙың
Иң беренсе байрамын?
Балалар бергәләп: әсәйҙәр байрамы!
Ҡыш: әйҙәгеҙ бер аҙ
Күңел асып алайыҡ.
уйын уйнап алайыҡ
---------------------------------------
Ҡыш: ярай,балалар,хушығыҙ!мине онотмағыҙ,мин бит күңелле ваҡыт хәҙергә һау былығыҙ!
(Ҡыш хушлашып сығып китә)
Яҙ: Ҡояшлы көндәре менән,йәмле яҙ килеп етте.был сәскәләрҙе беҙгә байрамға матур яҙ бүләк итте унда сәскә,бында сәскә алдымда ла сәскәләр!
Сәскәләр менән бейеү
Яҙ:Умырзаяларҙы алығыҙ ҙа
Йүгерегеҙ тиҙерәк!был матур гүзәл сәскәләр бүләк булыр әсәләргә!
Ҡыҙ,малай ; Һылыу-яҙ!рәхмәт һиңә
Сәскәләр бик матур!
Йыр " яҙ килде "
Яҙ: Дуҫтар,инде мин китәм,яҙҙың эше бик күп,тәбиғәтте уятам.осрашырбыҙ тағын да,яҙ килде инде тышта!
(яҙ сығып китә)
Алып барыусы: Балалар баҡсабыҙға сәскәләр алыпп килгән.әсәләргә бүләккә тип умырзаялар йыйған.
(Калған балалар сәскәләр алалар)
(Бер нисә шиғырҙар һөйләйҙәр)
Алып барыусы: Яҙғы сәскәләр биреп ,
Ҡотлайыҡ беҙ әсәйҙәрҙе.
Байрамды йәмләндереп,
Һөйөндөрәйек уларҙы!
( Сәскәләрҙе бүләк итәләр)
" Парлы бейеү "
Алып барыусы: ошоноң менән байрамыбыҙ тамам!һау булығыҙ!